Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 10:17

Радий Хәбиров: “Был райондың яҙмышы башҡаса“

Башҡортостан Башлығы кисә сираттағы эш сәфәренә сыҡҡайны.

Радий Хәбиров: “Был райондың яҙмышы башҡаса“
Радий Хәбиров: “Был райондың яҙмышы башҡаса“

Радий Хәбиров Нуриман районына барҙы.

Етәксе унда муниципалитеттың төп аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиеларында булды һәм етештереүҙе артабан яңыртыу, ассортиментты киңәйтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Красная Горка ауылы янында «Люкс» компанияһы 2019 йылда алкоголле һәм алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү буйынса комбинатты файҙаланыуға тапшырҙы. Инвестиция күләме 180 млн һумдан ашҡан. Ойошма директоры Евгений Лутков белдереүенсә, бөтә эсемлек үҙҙәренең ваҡлап һатыу селтәре аша һатыла, уға тотош республикала 80-дән ашыу сауҙа нөктәһе инә.

Ике йыл элек «Люкс» йәмғиәте тағы ла бер инвестиция проектын - фирма магазины менән юл буйы кафеһын төҙөй башлаған. Бында туристар өсөн модулле бәҙрәф тә ҡаралған. Инвестициялар күләме 25 миллион һум тәшкил иткән. Дөйөм алғанда, компания Нуриман районында 30 эш урыны булдырған. Радий Хәбиров «Люкс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юл буйы сервисын үҫтереү буйынса республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте.

Нуриман районында урынлашҡан «Красный Ключ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ян Терновский ҙа урындағы һыуҙың юғары сифатын билдәләй.

Компания 50 төр продукция сығара: төрлө күләмдәге һауытта һыу, тәмле хуш еҫле һыуҙар серияһы, спорт менән шөғөлләнеү өсөн һыу, балалар өсөн һыу. Иң юғары етештереүсәнлек – сменаһына 156 мең шешә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һыу әҙерләү, ҡойоу, елләтеү һәм төрөү цехтарын ҡараны.

Компанияның бер ҙур проекты 2021 йылдың октябрендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған һәм өҫтөнлөклөләр иҫәбенә ингән.

Етештереү эшмәкәрлегенән тыш, «Красный Ключ» компанияһы бағыусылыҡ һәм хәйриә менән шөғөлләнә. 2019 йылда предприятие Красный Ключ шишмәһе эргәһендәге паркты төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан, ошо маҡсатҡа 15 миллион һум самаһы аҡса йүнәлткән. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» дәүләт программаһы буйынса Нуриман районы паркты яңыртыуға тағы 5,7 миллион һум алған. Төҙөкләндереү барышында шишмәнең яр буйы нығытылған, часовня һалынған, һыу инеү урыны йыһазландырылған, спорт майҙансыҡтары булдырылған. Башҡортостан Башлығының ҡушыуы буйынса 1,3 саҡрым оҙонлоҡтағы уникаль шишмә биләмәһенә илткән автомобиль юлы төҙөкләндерелде. Һөҙөмтәлә парк Рәсәйҙән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеү урынына әүерелде. Улар бында донъялағы иң ҙур эсәр һыу сығанаҡтарының береһен күрергә килә. Парк биләмәһендә экскурсия үҙәге эшләй. Шунда уҡ кафе һәм сувенирҙар кибете урынлашҡан.

Визит-үҙәктә рәссамдарҙың күргәҙмәләре, лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, ә парк үҙе байрамдар, фестивалдәр һәм халыҡтың күңел асыу урынына әүерелде. Радий Хәбиров биләмәне төҙөкләндереү сифатын баһаланы, ошо урындың тарихы менән ҡыҙыҡһынды. Визит-үҙәк етәксеһе Александра Хондаченко бында быуат башында уҡ һыу тирмәне төҙөлөүе, яҡында урынлашҡан ҡағыҙ фабрикаһын энергия менән тәьмин итеүсе бәләкәй электр станцияһы эшләй башлауы хаҡында һөйләне. Бында һауыттарға тултырылған һыу етештереү 1990 йылдарҙа башланған. Төбәк етәксеһе бик яҡшы парк булдырылыуын билдәләне һәм бында йышыраҡ килергә вәғәҙә бирҙе.

– Нуриман районы – бик матур. Кешеләр эшләй, барыһы ла һәйбәт, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Һәр райондың иҡтисади өҫтөнлөктәре бар. Муниципалитетта ҡатмарлы сәнәғәт производстволары булмаһын өсөн үҙем сығыш яһайым.

Асылда, был – бизнесты үҫтереү, ҡунаҡханалар булдырыу кәрәккән  ҙур рекреацион зона. Хатта төп предприятие ла бында – «Ҡыҙыл шишмә», ул бөтә республиканы һәм Рәсәйҙе сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итә. Шуға күрә бөтә территорияға ла берҙәм индустриаль үҫеш буйынса ҡарарға кәрәкмәй. Был райондың яҙмышы башҡаса.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Радий Хәбиров: “Был райондың яҙмышы башҡаса“
Радий Хәбиров: “Был райондың яҙмышы башҡаса“
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: