Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 14:55

Рәсәй прокуратураһы ойошторолоуға - 300 йыл

РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров прокуратура хеҙмәткәрҙәрен   Рәсәй прокуратураһының 300 йыллығы менән ҡотланы. 

Рәсәй прокуратураһы ойошторолоуға - 300 йыл
Рәсәй прокуратураһы ойошторолоуға - 300 йыл

"Хөрмәтле Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ - Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө һәм Рәсәй прокуратураһының 300 йыллығы менән ҡотлайым! Өс быуат прокуратура илебеҙҙең мөһим дәүләт институттарының береһе булараҡ эшләй, йәмғиәттә законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе гарантияһы булып тора. Күҙәтеү ведомствоһының роле хоҡуҡи көйләүҙең бөтә тармаҡтарында ла тиерлек һиҙелерлек һәм әһәмиәтле. Айырыуса иғтибар өлкәһендә - граждандарҙың һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттарының хоҡуҡтарын күҙәтеү, коррупцияға, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы тороу, транспортта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, оборона-сәнәғәт комплексында законлылыҡ һәм башҡа мәсьәләләр. Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы, юғары компетентлығы, бурысына тоғролоғо граждандарҙың һәм дәүләттең законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һөҙөмтәле яҡлауҙы тәьмин итә, йәмғиәтте туплауға булышлыҡ итә. Рәсәйҙә һәм Волга буйы федераль округында тотороҡло социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси тормошто һаҡлап ҡалыу, кешеләр тормошонда ыңғай үҙгәрештәр күп осраҡта эшегеҙҙе һәм принципиаль позицияғыҙҙы тейешенсә ойоштороуға бәйле. Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, артабан да һөҙөмтәле эш һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүҙә яңы уңыштар теләйем!", - тиелә ҡотлауҙа.

Фото: phonoteka.org

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: