Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 10:32

Омикрон беҙгә лә килеп етте

Башҡортостанда өс «омикрон» менән зарарланыу осрағы асыҡланған.

Омикрон беҙгә лә килеп етте
Омикрон беҙгә лә килеп етте

    Улар барыһы ла ситтән индерелгән. Коронавирустың яңы төрө Танзания менән Төркиәнән ҡайтҡан пассажирҙарҙа табылған.  Әлеге ваҡытта «омикрон» штаммын йөрөтөүселәр дауаханаға оҙатылған, уларҙың хәле уртаса. Улар менән бәйләнештә булған бөтә кешеләр, шул иҫәптән рейстағы пассажирҙар һәм осоусылар медиктар күҙәтеүе аҫтында үҙҡурсалауға ебәрелгән.

Уларға көн һайын коронавирус инфекцияһына тест үткәрелә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас в