Милли проекттың маҡсаттарының береһе - юлдарҙы хәүефһеҙ итеү. Шулай уҡ автомобиль юлдарын норматив тәртипкә килтереү, транспортҡа көсөргәнеште кәметеү.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, милли проектты ғәмәлгә ашырыу бер юлы байтаҡ мөһим бурысты хәл итә. Юл һәләкәттәре һанын ҡыҫҡартыу - иң мөһимдәренән һанала.
Фото: "ИНФОРМАВТОДОР".