Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 19:59

Ит изгелек...

Баймаҡ районында йәшәгән 62 йәшлек пенсионер иргә ҡыҙының синыфташы килеп, йоҡларға урыным юҡ, һеҙҙә ҡунып сығайым, тип үтенгән. Хужа 38 йәшлек ирҙе йәлләп, өйөнә индергән. Иртән хужа малды ҡарарға сыҡҡас, саҡырылмаған ҡунаҡ уның өйөн тентегән дә, смартфонды урлап ҡасҡан. Пенсионер, телефонды урлағанын аңлағас, уны ҡыуып етергә маташҡан да, баҫтырып тота алмағас, полицияға хәбәр иткән.

Ит изгелек...
Ит изгелек...

Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыусы ирҙе эҙләп тапҡан. Ир үҙенең ғәйебен танған. Ул смартфонды 400 һумға һатып, спиртлы эсемлек һатып алған.

Иргә ҡарата енәйәт эше асылған, урланған телефон тиҙҙән хужаһына кире ҡайтарыласаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: