Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 11:02

Иғтибар! Енәйәтсе ҡатындарҙы эҙләйҙәр!

Полицияның дежур бүлегенә Нефтекаманан 85 йәшлек әбей мөрәжәғәт иткән. Ул 10 ғинуарҙа билдәһеҙ ҡатындарҙың үҙҙәрен, социаль хеҙмәткәр, тип танытып фатирға инеүе хаҡында һөйләгән.

Иғтибар! Енәйәтсе ҡатындарҙы эҙләйҙәр!
Иғтибар! Енәйәтсе ҡатындарҙы эҙләйҙәр!

Енәйәтселәр уны урамда уҡ оҙатып йөрөгән. Әбейҙе аҡса реформаһы, ҡулаҡса иҫәбен алыу тураһында һөйләшеүҙәр менән албырғатҡандар. Фатирына инеп, итәғәтле социаль хеҙмәткәрҙәр булып ҡыланғандар.

Таныш булмаған кешеләр киткәндән һуң, өлкән ҡатын йылдар буйына йыйылған бер миллион һумдан ашыу аҡсаның юғалыуын белеп ҡала. Әле полиция домофондың видеояҙмаһын өйрәнә. Унда енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеүселәр төшөрөлгән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, оло туғандарығыҙҙы иҫкәртеп кенә тороғоҙ: ситтәрҙе фатирҙарына индермәһендәр!

Фото: МВД по РБ.

 

Иғтибар! Енәйәтсе ҡатындарҙы эҙләйҙәр!
Иғтибар! Енәйәтсе ҡатындарҙы эҙләйҙәр!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: