Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 17:13

"Берҙәм Рәсәй" партияһы бәләгә тарығандарға һәр саҡ ярҙам итә

"Берҙәм Рәсәй" партияһының Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе янғындан зыян күреүселәрҙең ғаиләһенә ярҙам күрһәтте.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы бәләгә тарығандарға һәр саҡ ярҙам итә
"Берҙәм Рәсәй" партияһы бәләгә тарығандарға һәр саҡ ярҙам итә

 

 Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Д. Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә Өфөнөң Киров районынан янғындан зыян күргән ғаилә мөрәжәғәт итте. Партия ағзалары янғындан зыян күреүселәргә ярҙам күрһәтте һәм көнкүреш техникаһы һатып алды.

Лиана Шаванова яңғыҙы ике бала тәрбиәләй. Ул һыуытҡыс һатып алыуҙа ярҙам һораны. Август аҙағында  күршеләренең ғәйебе менән фатирҙарында янғып сығып, был ғаилә бөтә мөлкәтен юғалтҡан. «Йәйгеһен беҙ ауыр хәлгә юлыҡтыҡ. Күршеләрҙә сыҡҡан янғын беҙгә күсте. Бүлмәнең тәҙрәһе   ирене, стенала ҙур тишек барлыҡҡа килде.  Компьютер менән һыуытҡыс та янды.   Балалар өсөн бик борсолдом, сөнки улар өйҙә ине», –  тип һөйләй Лиана Шаванова. - Партияға ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һеҙҙең ярҙам менән  Яңы йылды уңайлы фатирҙа ҡаршы алдыҡ».

  «Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә   кешеләр  күп мөрәжәғәт итә, Лиананың ғаиләһе иһә көнкүреш техникаһы һатып алыуҙа ярҙам итеүҙе үтенде. Партияның Матди ярҙам фонды аша ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға - янғындан ҡаза күреүселәргә һыуытҡыс һатып алынған, ә бағыусы фатирҙа косметик ремонт үткәреүгә аҡса бүлгән. Беҙ ошо мәсьәләне контролдә тоттоҡ, был иһә  Төбәк ҡабул итеү бүлмәһенең һәр ваҡыт ярҙам итеүе тураһында һөйләй», - тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Эльвира Айытҡолова.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: