Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2022, 14:05

Башҡортостанда ауыл-музей барлыҡҡа киләсәк

Яҙыусы, филология фәндәре докторы Рәиф Әмиров үҙ ауылында музей асырға ниәтләй.

Башҡортостанда ауыл-музей барлыҡҡа киләсәк
Башҡортостанда ауыл-музей барлыҡҡа киләсәк

Яҙыусы, филология фәндәре докторы Рәиф Әмиров ауыл-музейҙың уникаль проектын төҙөгән. Һәр йорт, унда йәшәүселәр тере композицияның бер өлөшө буласаҡ, ти ул. Ғалим музейҙы үҙенең тыуған төйәге, 300 йыллыҡ тарихы булған Балтас районының Нажар ауылы нигеҙендә асырға ниәтләй. 

– Бындай ауыл тарихы быуаттарға һуҙылған илдең үҙенсәлектәрен, милли йолаларҙы үҙ эсенә аласаҡ һәм Ер йөҙөнән юғалыу хәүефе аҫтында торған меңәрләгән тораҡ пунктты үҫтереүгә этәргес буласаҡ, – тип һөйләй Рәиф Әмиров.

Проектты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова хуплаған. Рәиф Ҡәҙим улы уны Рәсәй Президенты грантына ла тәҡдим иткән.

Нажар ауылы шуныһы менән үҙенсәлекле, бында бер быуат элек төҙөлгән йорттар шул көйөнсә һаҡланған. Был ябай ағас өйҙәр түгел, улар себер-алтай, урал буйы стилдәре буйынса эшләнгән. Рәсәйҙә бығаса булмаған ауыл-музей Нажарҙы бик популяр итәсәк, тигән фекерҙә ғалим.  

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: