Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 14:47

Юл фажиғәләре - 10 ғинуар

Кисә республика юлдарында өс автомобиль аварияһы теркәлгән, өс кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 10 ғинуар
Юл фажиғәләре - 10 ғинуар

Өфөлә иҫерек водитель бер нисә авария ҡылып, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасырға маташҡан. Билдәле булыуынса, 44 йәшлек ир "ВАЗ-2114" машинаһында ыңғай барған "Renault Arkana" менән "Suzuki SX4" машиналарына бәрелгән. "Suzuki SX4" машинаһы бәрелеүҙән ҡаршы килгән «Лада Ларгус» менән «Lada XRAY»ға барып һуғылған. Тикшереү барышында 44 йәшлек ирҙең туҡталҡала торған «Volkswagen Polo» менән «Hyundai Solaris»ҡа ла бәрелеп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасыуы асыҡланған. Медицина тикшереүе водителдең 1 л һулышынды 1,100 мг алкоголь булыуын күрһәтә. Был водитель үткән йылдың декабрендә иҫерек килеш машина йөрөткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Хәҙер уға енәйәт яуаплылығы янай. Ир ҡулға алынған, машинаһы штраф туҡталҡаһында.

Тәүлек эсендә 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 12 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: