Ошо сайтта https://02.mchs.gov.ru/deyatelnost/press-centr/novosti/4156062 ентеклерәк белергә мөмкин.
Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ йәйәүле сәйәхәт тураһында.
Әйткәндәй, көн торошона ҡарап, уңайлы кейенегеҙ. Ә рюкзакта шулар булырға тейеш: аптечка, аҙыҡ-түлек, һыу, карта, компас, фонарь, һыҙғыртҡыс, арҡан, шырпы, бысаҡ. Аҡса һәм документтарығыҙҙы ла йәтешләп һалығыҙ. Палаткала йәшәр булһағыҙ, шуға ярашлы, бар нәмәне алығыҙ.
Алдан маршрутығыҙҙы өйрәнегеҙ, башҡаларҙың яҙмалары менән танышығыҙ, хәүеф ихтималы булған урындарға ҡышын бармағыҙ. Үрҙә әйтеүебеҙсә, МЧС-та теркәлергә онотмағыҙ. Аллам һаҡлаһын, зыянлай-фәлән ҡалһағыҙ, ҡотҡарыусыларға табыу еңел булһын өсөн эшләнә был.
Фото: МЧС РФ по РБ.