Был хәл Нефтекама ҡалаһында була. 33 йәшлек ир социаль селтәрҙә бер ҡыҙ менән таныша һәм уның фатирында осрашырға килешә. Егет әйтелгән адрес буйынса барһа, фатирҙа мөләйем ҡыҙ түгел, ә йәндәре көйгән ике ир ҡаршы ала. Уларҙың берәүһе ҡыҙҙың ире булыуын һәм хат алышыуҙарын белеп ҡалыуын әйтә. “Асыулы ир” тоҙаҡҡа эләгеүсегә сәнске менән янап, аҡса таптыра, әгәр бирмәһә ҡатынының сит ир менән зина ҡылыуын барлыҡ ҡалаға һөйләп, хәбәр таратасағы хаҡында белдерә.
Был күңелһеҙ хәлгә таратыусы егет ярты сумманы ҡул аҡса менән, ә етмәгәнен һаҡ аҫтында барып, банкоматтан алып, муттарҙың ҡулына тоттора. Бер осрашыу уға 7 мең һумға төшә. Янаусыларҙан ысҡынғас, бәләгә тарыусы барыһын да полицияға хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡсылары шунда уҡ енәйәтселәрҙе ҡулға ала. Уларҙың икеһе лә элек хөкөм ителгән була – береһенә 27 йәш, Краснокама районыныҡы, ә икенсеһе – 49 йәшлек ир Нефтекаманан булып сыға.
Фото: Т. Аманов