Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 14:59

Йәмәғәт транспортында битлек режимы тикшерелә

БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы  йәмәғәт транспортында битлек режимын тотмаған өсөн 220 протокол төҙөгән.   

Йәмәғәт транспортында битлек режимы тикшерелә
Йәмәғәт транспортында битлек режимы тикшерелә

 Министрлыҡ вәкилдәре   Өфө   Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре  менән берлектә  даими рәүештә йәмәғәт тарнспортында битлек режимын күҙәтеү буйынса рейдтар ойоштора.   

Ошондай тикшереү һөҙөмтәләре буйынса бөтәһе 220 административ протокол төҙөлгән, шуларҙың 113-ө судҡа тапшырылған, 60 протокол буйынса район судтары һәм мирауай судьялар тарафынан иҫкәртеү  булған.  Ә инде бер нисә тапҡыр тәртип боҙоусыларға штраф тәғәйенләнә.  Юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә булған шарттарҙа билдәләнгән талаптарҙы үтәмәгән граждандарға  тәүге тапҡыр 1 мең һумдан 3 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ә инде тәртип боҙоу ҡабатланһа, штрафтың күләме 15 мең һумдан 30 мең һумға тиклем арта. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: