Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 14:03

ЦУР хәбәр итә: мөрәжәғәттәрҙә төп темалар - ҡыйыҡтарҙы ҡар-боҙҙан таҙартыу

Йорт ҡыйыҡтарын ҡар һәм боҙҙан таҙартыу - идарасы ойошмаларының төп бурысы. Әммә ваҡиға ашығыс рәүештә хәл итеүҙе талап итһә, "112” берҙәм диспетчер хеҙмәте телефоны аша хәбәр итеү мөһим. Был турала бөгөн Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалындағы “Сәләм” программаһында тура эфирҙа һөйләнеләр.

ЦУР хәбәр итә: мөрәжәғәттәрҙә төп темалар - ҡыйыҡтарҙы ҡар-боҙҙан таҙартыу
ЦУР хәбәр итә: мөрәжәғәттәрҙә төп темалар - ҡыйыҡтарҙы ҡар-боҙҙан таҙартыу

 

Тура эфирҙа тағы ниндәй мәғлүмәт булды? Яңы йыл каникулдарында Башҡортостан халҡын ихата эсендәге тротуар һәм юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу мәсьәләләре борсоно.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл-ҡасаба һәм ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу муниципалитеттар яуаплылығында булһа, ихата эсендәге юлдарҙы иһә идара итеү ойошмалары таҙарта.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: