Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 14:26

Республикала агробизнесҡа айырым иғтибар бүленәсәк

Бөгөнгө хөкүмәт кәңәшмәһендә тап ошо турала һүҙ барҙы. БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың сығышынан билдәле булыуынса, төбәктә ете меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә. Республика фермерҙары ауыл хужалығы ерҙәренең 16% майҙанында 35% - бойҙай, 19% - шәкәр сөгөлдөрө, 78% - йәшелсә, 12% - һөт һәм 6% ит етештерә. Фермер хужалыҡтары эшмәкәрлеге үҫешенә дәүләт ярҙамының федераль һәм төбәк программаларын уңышлы ҡулланыу булышлыҡ итә. 2019-2021 йылдарҙа ярҙам күләме 2 млрд 271 млн һумды тәшкил иткән.

Республикала агробизнесҡа айырым иғтибар бүленәсәк
Республикала агробизнесҡа айырым иғтибар бүленәсәк

БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановтың әйтеүенсә, министрлыҡ тарафынан гранттар һәм субсидиялар алыу тәртибенә үҙгәрештәр индереү проекттары ҡарала.

Был турала ентекле мәғлүмәт сайтта: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=54426

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: