Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 09:19

Район этабы тамамлана

Был аҙнала "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсының беренсе этабы тамамлана, тип хәбәр итә республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Район этабы тамамлана
Район этабы тамамлана

Был проект - Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң популяр конкурстарының береһе. Унда йыл һайын күп төбәктән ҡатнашалар. "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" конкурсының географияһы шаҡтай киң: Башҡортостан, Силәбе, Ырымбур, Татарстан, Пермь, Себер, Мәскәү, Питер...
Ҡатнашырға теләүселәр һаны йыл һайын арта бара. Төрлө һөнәр, төрлө дин, төрлө милләт гүзәл заттары ҙур теләк менән килә.

Быйылғы ҡатнашыусыларға артабан да уңыштар!

Район этабы тамамлана
Район этабы тамамлана
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: