Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 17:44

Радий Хәбиров Нуриман районында ауыл лицейында һәм амбулаторияһында булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нуриман районына эш сәфәре барышында социаль объекттарҙа  - Байгилде ауылындағы муниципаль лицейҙа һәм Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы табип амбулаторияһында булды.

Радий Хәбиров Нуриман районында ауыл лицейында һәм амбулаторияһында булды
Радий Хәбиров Нуриман районында ауыл лицейында һәм амбулаторияһында булды

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ришат Исмәғилев исемендәге муниципаль лицей Башҡорт дәүләт аграр университеты менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, бынан тыш робототехника һәм 3D-технологиялары программалары буйынса эшләй. Нуриман районы хакимиәте лицей нигеҙендә урта-һөнәри белемле белгестәрҙе әҙерләү өсөн белем үҙәген төҙөү мөмкинлеген ҡарай.

Радий Хәбиров, лицейға мотлаҡ яңы ашхана төҙөйәсәкбеҙ, тип вәғәҙә итте. БР Мәғариф министрлығында яңы интернат төҙөү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ. 

***

Ҡыҙыл Шишмә ауылындағы амбулатория 2,5 мең кешене хеҙмәтләндерә. Амбулатория бинаһына күптәнән капиталь ремонт талап ителә. Радий Хәбиров, йәйгеһен капиталь ремонт башлаясаҡбыҙ, эргә-тирәһен дә төҙөкләндерәсәкбеҙ, тине.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: