Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 14:42

Радий Хәбиров: "Бөгөн Башҡортостанда тағы бер предприятие асылды"

Республика етәксеһе үҙенең соцселтәр сәхифәләрендә Благовещенск ҡалаһында ТОСЭР биләмәһендә "Квадро" заводы эшләй башланы тип хәбәр итте.

Радий Хәбиров: "Бөгөн Башҡортостанда тағы бер предприятие асылды"
Радий Хәбиров: "Бөгөн Башҡортостанда тағы бер предприятие асылды"

 "Бында төҙөлөш баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған йылылыҡ изоляцияһы продукцияһы сығарыла. Уның аналогтары республикала юҡ."

Был һуңғы йылдарҙа Благовещенда сафҡа индерелгән етенсе предприятие булып тора. Бындағы ТОСЭР-ҙың Башҡортостанда иң яҡшыларының береһе тип әйтә алам. Тармаҡҡа йәлеп ителгән инвесторҙар яғынан беҙ илдә икенсе урынды биләйбеҙ. Улар төбәк биләмәһендәге предприятиеларҙы булдырыу һәм үҫтереүгә 5,5 млрд һум йүнәлткән һәм 3600 эш урыны булдырған. Быға "Квадро"ның 100 хеҙмәткәре лә өҫтәлде.

Барыһын да ҡотлайым, предприятиеға уңыштар теләйем. Беҙ, үҙ сиратта, Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам итәсәкбеҙ", - тигән ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: