Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 10:45

“Ҡолаҡтарын ҡырҡҡан...”

Башҡортостанда бер ир ике бала әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнә.

“Ҡолаҡтарын ҡырҡҡан...”
“Ҡолаҡтарын ҡырҡҡан...”

Фажиғә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында Яңы йыл төнөндә була.

Ҡунаҡҡа саҡырылған ир менән ҡатын араһында низағ сыға. Ир бысаҡҡа йәбешә һәм әле генә бергә өҫтәл артында ултырып байрам итеүсе ҡатындың ғүмерен ҡыясағын белдерә. Ҡурҡышынан ҡатын йорт ихатаһына йүгереп сыға. Әммә ир баҫтырып етеп, уны бысаҡ менән сәнсә. Йәрәхәтләнеүсе шунда уҡ йән бирә.

Ҡасабала йәшәүселәр әйтеүенсә, енәйәтсе спиртлы эсемлектәр генә ҡулланмаған, ә наркотиктар менән дә мауыҡҡан. Шулай уҡ ул ҡатынды үлтерер алдынан уның ҡолаҡтарын ҡырҡҡан, тип тә һөйләйҙәр. Әммә быны хоҡуҡ һаҡсылары инҡар итә.

Әле енәйәтсе ҡулға алынған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: