Элек радиоалғыстан «Етегән» төркөмөнөң йырҙарын ишетеп ҡалһаҡ (телефондар әллә ни таралмаған заманда), тиҙ генә уның тауышын шәбәйтеп ебәрә инек. Ағайҙарҙың кеҫә плеерында ла төркөмдөң йырҙары йыш яңғырай ине. Һуңыраҡ йырсылар финанс ҡатмарлыҡтар арҡаһында ижад итеүҙән туҡтаны, һәр хәлдә был хаҡта улар үҙҙәре белдерҙе. Бер аҙ юғалып торһалар ҙа, бөгөн йәштәрҙең күпселеге әлеге төркөмдөң йырҙарын һағынып иҫкә ала.
Әйткәндәй, хәҙер «Етегән»дәр сәхнәлә йышыраҡ күренә башланы. Хатта яңы йырҙар ҙа яҙалар икән. Уҙған йыл аҙағында улар «Юлдаш плюс» радиоһының «Йыл тренды» премияһына лайыҡ булды һәм гала-концертта күптәр яратҡан «Мөхәббәт» йырын яңғыратты (видеоһы түбәндә). Афариндар!