Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 14:16

Башҡортостан тауарҙары халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында

Башҡортостан eBay электрон майҙансығында иң юғары экспорт әүҙемлеге үҫешен күрһәтеп, төбәктәр араһында алдынғы булып танылды. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә билдәле булды.  

Башҡортостан тауарҙары халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында
Башҡортостан тауарҙары халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарында

2020 һәм 2021 йылдарҙа халыҡ-ара сауҙа майҙансыҡтарына республикабыҙҙың 321 уникаль компанияһы сыҡҡан. 15 маркетплейста (eBay, Alibaba, Etsy, Allbiz, Satu.kz, Europages, Fordaq, Epinduo, Amazon, TurkishExporter.NET, IndustryStock, Wechat. Taobao, Topfranchise, Kaspi.kz) 39 меңдән ашыу тауар урынлаштырылған. "Классик" һәм "Хәләл" ике төбәк витринаһы булдырылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: