“Рәхмәт!” тип әйтеүе бер ҙә ҡыйын түгел. Хатта шым ғына әйтелгән һүҙ ҙә үҙеңә изгелек булып ҡайтыуы ихтимал.
Был көндә төрлө илдә акциялар, хәйриә саралары үтә икән.
Ҡыҙыҡлы факттар
Тәүге “спасибо” һүҙе Париж һүҙлегендә 1586 йылда баҫылған. Тикшеренеүселәр фекеренсә, ул мәжүсилек илаһына өндәшеүҙән алынған, имеш: “Спаси Бай”.
ХХ быуатҡа тиклем “благодарю” һүҙе киң ҡулланылған.
Балалар алты йәштән аңлап рәхмәт әйтә белә, ти ғалимдар.
Рәхмәт әйткән йә ишеткән кешелә ыңғай тойғо барлыҡҡа килтереүсе гормондар бүленеп сыға.
Туристар күпме рәхмәт белдерә, шул тиклем яҡшыраҡ хеҙмәтләндерелә.
Ә һеҙ нисә телдә рәхмәт әйтә беләһегеҙ?
Рәхмәт – башҡортса
Спасибо – русса
Thanks – инглизсә
Дзякуй – белорусса
Go raibh maith agat – ирландса
Danke – немецса
Teşekkürler – төрөксә
Təşəkkür edirik – әзербайжанса
Merci – французса