+12 °С
Болотло
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү уңайынан юбилей стилен эшләүгә конкурс иғлан ителде. Айдентика – модалы маркетинг һүҙ, имеш. Беҙҙеңсә әйткәндә, дөйөм стиль тигәнде аңлата.
Конкурс асыҡ тәртиптә була: ижадсылар заманса, үҙенсәлекле, зауыҡлы, хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп юбилей стилен тәҡдим итә ала.
Положение ошонда: ufakonkurs450.ru.
Беренсе урын алыусыға 150 мең һум приз ҡаралған. Икенсе, өсөнсө урындарға ла аҡса бар: 100 һәм 50 мең һум.
Фото: vk.com