Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 15:25

Үҙ аҡсаһына балалар майҙансығы төҙөгән

Ҡыйғыла йәшәүсе Вилдан Ҡадиров үҙ аҡсаһына балаларға майҙансыҡ төҙөгән. Был изге эштә уға күршеләре лә ярҙам иткән.

Үҙ аҡсаһына балалар майҙансығы төҙөгән
Үҙ аҡсаһына балалар майҙансығы төҙөгән

Малай-ҡыҙҙарҙың яратҡан еренә әйләнгән майҙансыҡ өсөн йүнсел 120 мең һум аҡса сарыф иткән. Төҙөлөш ике ай бара. Тиҙҙән бында яҡтыртыу ҡорамалдары һәм тағы ла бер ағастан яһалған полиция автомобиле ҡуйыласаҡ.

-Беҙ йәшәгән микрорайон яңы. Шуға ла балаларға уйнарға урын юҡ ине, – ти Вилдан.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: