Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 16:00

Һаҡ булығыҙ: педофилдар!

Яңыраҡ ҡына Кострома өлкәһендә бындай ирҙәрҙең ҡулынан 5 йәшлек бала һәләк булыуы барлыҡ ил халҡын тетрәндерҙе. Бынан һуң да оло йәштәге әҙәм аҡтыҡтарының балаларға әллә күпме бәйләнеү осрағы асыҡланды.

Яңыраҡ Өфөлә лә ата-әсәһенән тороп ҡалған ҡыҙға өлкән йәштәге ир бәйләнә. Ҡыҙҙы инде тоттом тигәндә, уның аяғы тайып ҡолай. Бала, мөмкинлектән файҙаланып, уның ҡулынан ысҡына һәм ата-әсәһе яғына йүгерә.  Хәлде атаһына һөйләгәс, ҡото осҡан ҡыҙҙың атаһы ирҙе тота һәм ҡылығын аңлатырға ҡуша. Тегеһе иһә уға нимәлер мыңғырлап, ҡасырға уйлай. Тик көслө ҡулдарҙан ҡаса алмай, көрткә барып төшә. Был осраҡ йорттарға ҡуйылған видеокамераға эләгә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: