Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2022, 15:39

2022 йылдан социаль түләүҙәр артты

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында 2022 йылда социаль түләүҙәрҙең күләме үҙгәреүе хаҡында һөйләнеләр.

2022 йылдан социаль түләүҙәр артты
2022 йылдан социаль түләүҙәр артты

   Шулай итеп, 1 ғинуарҙан минималь эш хаҡы күләме 2021 йыл менән сағыштырғанда 8,6 процентҡа артты.   Республика халҡы өсөн район коэфициентын иҫәпкә алғанда,  ул   15 973,5 һум тәшкил итә, ә Межгорье ҡалаһы өсөн  – 23 613 һум.

Йән башына  йәшәү минимумы ла артты  һәм ул 11009 һумға тиң, ә эшкә һәләтле халыҡ өсөн – 12000, пенсионерҙарға – 10431 һәм балалар өсөн 10679 һум тәшкил итә.

3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр ҙә артып, 5339,5/8009,25 һәм 10679 һум (йәшәү минимумының 50/75 һәм 100 проценты) тәшкил итә.

Өсөнсө балаға пособиеның күләме 10679 һумға артҡан.

Беренсе балаға  айлыҡ түләү ҙә 10679 һумға тиклем күтәрелгән.

Был түләүҙәр буйынса ҡайтанан иҫәпләүҙәр ғинуарҙа һәм февралдә башҡарыласаҡ һәм ата-әсәләр уны февралдә яңы иҫәп буйынса аласаҡ.

Балалы ғаиләләргә ҡағылышлы тағы бер мөһим яңылыҡ:  ғаиләнең йән башына уртаса килеме  ике йәшәү минимумынан – 24 000 һумдан  үтмәгән осраҡта улар беренсе һәм өсөнсө балаға түләү алырға хоҡуҡлы. Быға тиклем был сик 21282 һум   ине.

Етем балаларҙы ҡарауға  түләүҙәр тураһында ла законға үҙгәрештәр индерелде.  Хәҙер тәрбиәгә алынған бөтә балаларға ла аҡса түләнә, шулай уҡ ваҡытлыса ҡарауға алынғандарға ла.  Элек, мәҫәлән, ата-әсәһен ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында суд ҡарарын көтөү мотлаҡ талап ине.   

Етем балаларға ремонтҡа түләү 50 мең һумдан 150 мең һумға тиклем күтәрелде.

Эшһеҙлек буйынса  пособиеның иң ҙур  күләме 14710,8 һумға тиклем артты. Ә иң түбән пособие шул уҡ кимәлдә (1725 һум) ҡалды.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: