-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 11:00

Унынсыға әсәй булған!

Ишембай районында йәшәүсе 33 йәшлек Марина Якимованың унынсыға малайы тыуған. 

Унынсыға әсәй булған!
Унынсыға әсәй булған!

Хәҙер Якимовтарҙың биш ҡыҙы һәм биш малайы бар. Улар – Ишембайҙағы бик татыу һәм ярҙамсыл ғаиләләрҙең береһе. Буй еткән өлкәндәре – ата-әсәһенең шәп ярҙамсыһы. Барса эште бергәләп эшләйҙәр, йәйен баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, ҡыҫҡаһы, гөрләтеп йәшәйҙәр.

Шуныһы ҡыҙыҡлы – сабый Әсәләр көнө алдынан донъяға килгән. Ә был мәғлүмәт яңыраҡ ҡына интернет донъяһына таралды.

Якимовтарҙы ҡотлайбыҙ! Сабыйға ла, уның ата-әсәһенә һәм туғандарына һаулыҡ, бәхетле киләсәк теләйбеҙ.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: