Имтихан юлдарҙа фажиғәләрҙе кәметеү, кешеләргә техника йөрөтөүгә рөхсәт биреү тәртибен камиллаштырыу маҡсатында үҙгәртелә. Буласаҡ водитель теория имтиханын тапшырғанда уҡ юлдағы реаль хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә һәм шуларға таянып яуап бирергә тейеш.
«Иң төп маҡсаттарҙың береһе – ятлап имтихан тапшырыуҙы бөтөрөү. Кешеләр төрлө юл ваҡиғаһында үҙен нисек тоторға кәрәклеген аңларға тейеш», – тип хәбәр итәләр Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығында.
Рәсәй ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, былтыр 11 айҙа (ғинуар-ноябрь) стажы ике йылдан кәм булған водителдәр арҡаһында юлдарҙа 7 мең авария теркәлгән, уларҙа 682 кешенең ғүмере өҙөлгән, 10 меңдән ашыу зыян күреүсе теркәлгән.