Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 16:44

Салауат ағай бесән араһында табылған терпене өшөтмәҫкә ниәтләй

Әбйәлил районында йәшәгән Салауат ағай Әминев бесән араһында йоҡоға талған терпене табып, ошо турала сәхифәһенә видео һалғайны. Был видеояҙма бик күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Салауат ағай бесән араһында табылған терпене өшөтмәҫкә ниәтләй
Салауат ағай бесән араһында табылған терпене өшөтмәҫкә ниәтләй

"Өшөй инде бесәнде асҡас", "Кире бесән аҫтына һалып күмегеҙ", "Ҡағыҙ ҡумтаға бесән түшәп, ябып, ныҡ итмәй, тыныс урынға ҡуйырға" тип борсолған, кәңәш иткән кешеләргә Салауат ағай бына ни тип яуапланы: "Мин уны элекке тиренән эшләнгән толопҡа төрөп, тын алырға һауа инерлек кенә тишек ҡалдырып, тыштағы баҙға төшә торған ишек ҡапҡастарының ике араһына һалып ҡуйҙым. Иҫән-һау ҡыш сыҡһа видео төшөрөрмөн, Аллаһ бойорһа🤗

Хәҙер яҙҙы көтәбеҙ инде, дуҫтар!

Фото: С.Әминев.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: