-3 °С
Ҡар
2022 йылда башҡорт нефтенә 90 йыл тула. Йәғни, Башҡортостанда нефть сығара башлауҙың түңәрәк датаһы.
Ошо уңай менән ойоштороу комитеты төҙөлөп, саралар планы раҫланырға тейеш. Ишембайға “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен юлларға ла ниәт бар. Нефткә бәйле майҙан, урам, мемориал комплекс, скверҙарҙы төҙөкләндереү ҙә ҡарала.
Тантаналы йыйылыш майҙа Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үтәсәк.