-25 °С
Болотло
Билдәле булыуынса, был хәл Новосибирск янында була. 16 йәшлек Ринат Литвинов һәм уның дүрт дуҫы Раштыуа байрамында йөрөп килергә урамға сыға. Үҫмерҙәр юл буйында сәйер йәшниккә тап була. Балалар тәүҙә, уның эсендә көсөк яталыр, тип уйлай. Әммә эсен асып ҡарағас сабый ятыуын күрәләр. Ринат атаһы менән бәйләнешкә сыға һәм хәлде аңлата. Ташлап ҡалдырылған сабыйҙы дауаханаға алып баралар. Ринаттың әсәһе баланы ҡыҙлыҡҡа алыу ниәтен дә белдерә.
Фото: Т. Аманов