Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 13:12

Коммуналь техника етәме?

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, район-ҡалаларға коммуналь техника алыу планы ярайһы ҙур ғына. Тик финанслау мәсьәләһе нисек икән?

Коммуналь техника етәме?
Коммуналь техника етәме?

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев һүҙҙәренсә, был төр техниканы етерлек алыу өсөн Өфөгә – 4,5, республикаға 10 миллиард һум аҡса кәрәк. Тик, бөгөнгө шарттарҙы иҫәпкә алып, бер юлы шул сама сумма бүлеү мөмкин түгел. Быйылға 1 миллиард 432 миллион һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Шуның 1,32 миллиарды – ҡалаларға, 400 миллион һумы райондарға биреләсәк.

Алан Марзаев Өфөгә күпме коммуналь техника кәрәклеге тураһында ла һөйләне. РФ “Росавтодор” тәҡдиме буйынса, ҡала юлдарын йыйыштырыу, тәртипкә килтереү өсөн баш ҡалала 2432 берәмек техника булырға тейеш (комплекслы механизация саралары). Әле иһә нормативтың 22 процентына торошло техника бар. 404 берәмек ҡышҡыһын йәлеп ителә. Күбеһе иҫкергән.

Урам-юлды ҡарауҙа, нормативҡа ярашлы, 7302 кеше булырға тейеш. Әле Өфөлә был тәңгәлдә штат 2434 кешенән тора. Тик шуларҙың 1638-е генә эшләй. Министр Өфө ҡалаһы етәкселегенә эшселәргә хеҙмәт хаҡын арттырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

Коммуналь техника етәме?
Коммуналь техника етәме?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: