-25 °С
Болотло
«Салауат Юлаев»тың егерме уйынсыһында, биш тренерында һәм бер вәкилендә коронавирус асыҡланған. Бөгөн КХЛ 12 ғинуарҙа үтергә тейешле «Авангард» менән уйынды кисектерҙе.
– Кисектерелгән уйындарҙы уҙғарыу-уҙғармау хаҡында өҫтәлмә мәғлүмәт бирербеҙ. Эпидемиологик хәл тотороҡло булған клубтар миҙгелде артабан дауам итәсәк, – тип хәбәр итә Континенталь хоккей лигаһы етәкселеге.
Әйткәндәй, юлаевсыларҙың инде өсөнсө уйыны кисектерелә. 8 һәм 10 ғинуарҙа беҙҙекеләр «Йокерит» һәм «Динамо.Рига» менән уйнарға тейеш ине. Тиҙерәк һауығыуҙарын теләйек!