Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 16:37

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында нисә кеше теркәлгән?

Кеше һәр нәмәнең ябай һәм уңайлы булыуын ярата. Сираттарҙы ене һөймәй. Ә дәүләт хеҙмәте күрһәтеү буйынса махсус портал торған һайын уңайлы була бара. 

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында нисә кеше теркәлгән?
"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында нисә кеше теркәлгән?

Былтыр "Госуслуги" порталында 127, 6 мең кеше теркәлгән. Хәҙер унда республиканан дөйөм 1 835 756 иҫәп яҙмаһы бар. Тимәк, шунса кеше файҙалана.

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, 2021 йылда халыҡҡа 103 яңы хеҙмәт булдырылған. Башҡортостандың дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин һүҙҙәренсә, порталда 19 - 46 йәшлектәр ҙур әүҙемлек күрһәтә. Иң киң таралған хеҙмәт - коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыуға яҙылыу һәм сертификат алыу.

Тиҙҙән тағы ла 30 хеҙмәтте электрон формаға күсереү күҙаллана. 2023 йылда иһә бөтә социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙең 95 процентын ошо портал аша алырға мөмкин буласаҡ.

БР Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡ хеҙмәткәрҙәренә уңышлы эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм алда тағы ла ҙурыраҡ бурыстар барлығын иҫкә төшөрҙө.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

 

"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында нисә кеше теркәлгән?
"Дәүләт хеҙмәттәре" порталында нисә кеше теркәлгән?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: