Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 09:19

Чемпиондар!

"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше буйынса саралар йыш үтә. Шундайҙарҙың береһе - мини-футбол буйынса чемпионат. Республика кимәлендәгеһе шаулап-гөрләп уҙҙы.

Чемпиондар!
Чемпиондар!

Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы ҡыҙҙары командаһы (2010 - 2011 йылғылар) чемпионатта еңеү яуланы. Был иһә улар бөтә Рәсәй ярыштарының зональ этабында ҡатнаша тигән һүҙ.

Чемпионат Бөрөлә үткән. Ҡыҙҙарҙы ярышҡа физкультура уҡытыусыһы Айрат Фазлиәхмәтов әҙерләгән. Командаға артабан да уңыштар!

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.


Чемпиондар!
Чемпиондар!
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: