Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 17:22

Башҡортостанда туғыҙ көндә янғындарҙа алты кеше һәләк булған

Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Башҡортостанда туғыҙ көндә янғындарҙа алты кеше һәләк булған
Башҡортостанда туғыҙ көндә янғындарҙа алты кеше һәләк булған

Йыл башынан алып 148 янғын теркәлгән, 49 кеше ҡотҡарылған.

2020 йыл менән сағыштырғанда, 2021 йылда янғындарҙа үлем осрағы 14 кешегә кәмерәк теркәлгән.

Әйткәндәй, бөгөн Шишмә районының Санжаровка ауылында йылытыу приборына мендәр төшөп, ут сыҡҡан. Өйҙә 13 йәшлек ҡыҙ бер үҙе булған. Ул шунда уҡ урамға йүгереп сыҡҡан.

Утты янғын һүндереүселәр туҡтатҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 




Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: