Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 11:40

Бөгөн – “Википедия”ның тыуған көнө

Был интернет энциклопедияһын беләһегеҙҙер? Әйткәндәй, “Википедия”ла мотлаҡ биш ҡағиҙә бар.

Бөгөн – “Википедия”ның тыуған көнө
Бөгөн – “Википедия”ның тыуған көнө

Энциклопедия 2001 йылда “Нупедия”ның бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә һәм биш көндән айырым сайтҡа әйләнә. Ирекле энциклопедия төрлө телдә яҙыла. Башҡорт телендәгеһе http://ba.wikipedia.org адресында урынлашҡан.

“Википедия” тураһында башҡортса бүлегендә бына нимәләр яҙылған: “…Уға Джимми Уэльс (Jimmy Wales) менән Лари Сэнгер (Larry Sanger) нигеҙ һалған. Википедия проектының рәсми хужаһы булып донъя күләмендә эшмәкәрлек алып барған Викимедиа фонды исемле ижтимағи ойошма иҫәпләнә. Ул ойошма АҠШ-тың Калифорния штатында теркәлгән. Фондтың 19 илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, урындағы үҙ аллы бүлексәләре бар.

Википедияның иң мөһим үҙенсәлектәре — уның асыҡ эстәлекле булыуы, мәғлүмәтен һәр кем төрлө маҡсатта ҡуллана һәм ирекле рәүештә тарата алыуы. Бер үк ваҡытта Википедия мәғлүмәтен һәр кешегә тулыландырыу һәм камиллаштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Бының өсөн кемдәндер рөхсәт һорарға кәрәкмәй.

Википедияның тағы бер мөһим, башҡорт халҡы өсөн иң мөһиме тип тә иҫәпләргә булған үҙенсәлеге — Википедияла мәғлүмәтте һәр бер халыҡтың туған телендә яҙа алыу мөмкинлегендә.

Википедия әлеге көндә донъя халыҡтарының 304 телендә алып барыла. Уны төҙөүҙә 81 миллионға яҡын теркәлгән һәм иҫәпһеҙ теркәлмәгән ирекмән ҡатнаша. Бөтә тел бүлектәрендә 50 миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Иң күбеһе инглиз телендә — 4 миллиондан, унан ҡала немец, француз һәм нидерланд телдәрендә берәр миллиондан ашыу мәҡәлә бар. Урыҫ телендәге бүлек иң ҙур күләмле ун тел бүлек исемлегендә, ундағы мәҡәлә һаны бер миллион ярымдан артты.

Википедияның башҡорт теле бүлегендә «Башҡортостан» исемле беренсе мәҡәлә 2005 йылдың 16 апрелендә аноним автор тарафынан яҙылған. Был көн Башҡорт Википедияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә...

Википедияла һәр телдәге бүлек өсөн мотлаҡ булған төп биш ҡағиҙә бар. Башҡа ҡағиҙә-тәртиптәр Википедияла ҡатнашыусылар тарафынан ирекле рәүештә ҡабул ителгән, һәм һәр телдәге бүлек өсөн үҙенсәлекле.

Википедия ике һүҙҙән барлыҡҡа килгән: Вики тигән гавай һүҙе тиҙ тигәнде аңлата, ә икенсе өлөшө -энциклопедия тигән һүҙҙең ҡыҫҡартмаһы. Был проектта мәғлүмәт энциклопедия ҡанундарына ярашлы яҙылырға тейеш. Был шарт Википедияның төп биш ҡағиҙәнең беренсеһе.

Теләге булған һәр бер кеше Википедия мәғлүмәтен тулыландыра һәм камиллаштыра, әлегә тиклем булмаған яңы мәғлүмәт өҫтәй ала. Википедия йөкмәткеһен камиллаштырғанда мәғлүмәткә ҡарата рыяһыҙ, объектив булыу шарт. Был иһә Википедияның икенсе төп ҡағиҙәһе.

Википедиялағы мәғлүмәт һәр кеше тарафынан ирекле ҡулланыла, таратыла һәм камиллаштырыла ала, шуға күрә мәҡәләләрҙең тәғәйен авторы юк. Мәҡәләгә ниндәйҙер үҙгәреш индергән һәр ҡулланыусы уның авторы (авторҙашы) булып иҫәпләнә. Мәҡәләләр даими рәүештә тулыландырылып, камиллаштырылып торғанлыҡтан, тәғәйен бер автор яҙған мәғлүмәттең һүҙмә-һүҙ күсермәһен ҡуйырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта, авторҙың эшенә һылтанма йәки иҫкәрмә яһап, Википедияға яңы йөкмәтке өҫтәргә мөмкин. Авторлыҡ хоҡуҡтарына эйә әҫәрҙәр, мәҡәләләр һәм өҙөмтәләр өсөн айырым Викикитапхана һәм Викиөҙөмтә исемле проекттар бар. Мәҡәләләр яҙғанда авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмағыҙ — был Википедияның төп биш ҡағиҙәһенең өсөнсөһө.

Ҡағиҙәләрҙе белмәйенсә Википедияны ҡулланған кешеләрҙең ҡылығын тик яҡшы ниәт менән эшләнгән тип уйларға кәрәк. Ниндәйҙер хата киткән булһа, йә ул хаталар ҡабатланһа, Википедия ҡағиҙәләрен белмәгән ҡулланыусыға итәғәтле генә итеп уларҙы аңлатып бирергә, өйрәтергә кәрәк. «Бер-берегеҙҙе ихтирам итегеҙ, иғтибарлы булығыҙ» тип өндәй Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһе.

Һәм һуңғы бишенсе ҡағиҙә: Тәҡдим ителгән мотлаҡ дүрт ҡағиҙәнән башҡа ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Ҡалған барлыҡ ҡағиҙәләр үҙгәртелә һәм камиллаштырыла ала. Был эштә һәр кеше үҙ тәҡдимен индереп, йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итһен. Яңы мәҡәләләр яҙырға, булғандарын камиллаштырырға тартынмағыҙ — Википедияла һәр кем тигеҙ хоҡуҡлы” https://ba.wikipedia.org/wiki/Википедия

Бөгөн – “Википедия”ның тыуған көнө
Бөгөн – “Википедия”ның тыуған көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: