Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 13:39

Һанлы медицина институты ҙур мөмкинлектәр аса

БДМУ янында яңы институт эшләй башланы.

 «Бөгөн тәүге эш көнөндә беҙ Башҡорт дәүләт медицина университетының Һанлы медицина институтын астыҡ, – тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Был – медицинаны заманлаштырыу һәм һанлаштырыу  яғына яһалған бер аҙым. Ул республиканың иң йыраҡ ауылдарында йәшәүселәргә  алыҫ аранан тороп консультация   һәм  юғары квалификациялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бирә.

 Медицина университеты ныҡ үҫешә, яҡшы белгестәр әҙерләй. Юғары уҡыу йорто  «Приоритет-2030» программаһында уңышҡа өлгәшеп,  халыҡ-ара рейтингтарҙа  алдынғы урындар биләй. Сит илдәрҙәге  фән һәм мәғариф үҙәктәре менән  берлектә   ғилми проекттар әҙерләй, яңы перспективалы специальностар аса.   Былтыр БДМУ Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге составына инде.  Быйыл Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшренеү инстиутын берләштереү тамамлана. Һөҙөмтәлә республикала көслө офтальмология  кластеры барлыҡҡа киләсәк. Был халыҡ һәм бөтә тармаҡ өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға буласаҡ.   Беҙ иһә медицина университетына һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, уның башланғыстарын хуплап ҡаршы алабыҙ».

Фото:Башинформ.

Һанлы медицина  институты ҙур мөмкинлектәр аса
Һанлы медицина институты ҙур мөмкинлектәр аса
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: