Автомобилдең хужаһы Альбина Могилевская урамға сыҡҡанда ағастың машинаһының ҡап уртаһына төшөүен күрә.
«Автомобиль тулыһынса йәлпәшкән, күрәһең, уны төҙөтәү мөмкин түгел», – ти ул. Видеокамера яҙмаһынан күренеүенсә, ағас ҡолаған мәлдә урамда ел әҫәре күҙәтелмәй.
Водитель ҡатын зыянды ҡаплатыу өсөн судҡа мөрәжәғәт итергә уйлай. Әлегә йорттоң идара итеү компанияһы менән педуниверситет ятағы хакимиәте кемдең ағасы ҡолауын асыҡлай.
Фото:Башинформ.