Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн 6 марттан 8 мартҡа тиклем ял итәсәкбеҙ. Тик бының өсөн 5 мартта, йәғни шәмбе көнө эшләргә кәрәк буласаҡ.
Әйткәндәй, 1 һәм 2 ғинуар ҙа шәмбе һәм йәкшәмбегә тап килде, шуға был көндәр 3 һәм 10 майға күсерелә. Шулай итеп, май байрамдары 30 апрелдән 3 майға һәм 7-һенән 10 майға тиклем һуҙыласаҡ.
Ял итәбеҙ:
-6–8 мартта,
-30 апрелдән 3 майға,
- 11 июндән 13 июнгә,
- 4-нән 6 ноябргә тиклем.
Ә 23 февраль шаршамбыға тура килә, шуға ла оҙайлы ял булмаясаҡ.
Фото: Т. Аманов