Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 11:52

2022 йылда оҙайлы ялдар күп була

 Байрам көндәре шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тура килеү сәбәпле, быйыл  Рәсәй халҡын биш тапҡыр оҙайлы ял көтә.

2022 йылда оҙайлы ялдар күп була
2022 йылда оҙайлы ялдар күп була

 

 Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан 6 марттан 8 мартҡа тиклем ял итәсәкбеҙ, тик шәмбегә тура килгән 5 мартта эшләргә тура киләсәк. 1 һәм 2 ғинуар шәмбе менән йәкшәмбегә тура килеү  сәбәпле, 3 һәм 10 майға күсерелә. Шунлыҡтан 30 апрелдән 3 майға һәм 7 майҙан 10 майға  тиклем ял итәсәкбеҙ.

Шулай итеп:

6 марттан 8 мартҡа тиклем,

30 апрелдән 3 майға тиклем,

 7 майҙан 10 майға тиклем,

 11 июндән 13 июнгә тиклем,

 4 ноябрҙән 6 ноябргә тиклем   ял көндәре  көтә.

23 февраль шаршамбыға тура килгәнлектән, оҙайлы ял булмаясаҡ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: