Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2022, 12:06

11 кеше хлор менән ағыуланып, дауаханаға эләккәйне...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан уларҙың хәле тураһында хәбәр итәләр.

11 кеше хлор менән ағыуланып, дауаханаға эләккәйне...
11 кеше хлор менән ағыуланып, дауаханаға эләккәйне...

7 ғинуарҙа Иглин районындағы (Ясная Полянала) мунса комплексында ағыуланыу шиге менән 11 кешене больницаға алып киткәндәр. Баш ҡаланың 21-се дауаханаһында хлор боҫона ағыуланыуҙары асыҡланған.

Әле был ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, тикшереү бара.

Ә зыян күреүселәрҙең туғыҙауһы өйҙәренә ҡайтарылған, тағы ике кеше дауахананың ныҡ ағыуланыуҙы дауалау бүлегендә ята. Хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек, тотороҡло.

11 кеше хлор менән ағыуланып, дауаханаға эләккәйне...
11 кеше хлор менән ағыуланып, дауаханаға эләккәйне...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: