Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2022, 12:05

Юл фажиғәләре - 8 ғинуар

Кисә буранлы көндә ҡайһы бер водителдәр ҡаршы һыҙатҡа сығып, үҙҙәренең һәм башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған. Ике меңдән ашыу кеше юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, 31 водитель иҫерек килеш машина йөрөткәндә тотолған.

Юл фажиғәләре - 8 ғинуар
Юл фажиғәләре - 8 ғинуар

Дәүләкән районында Бишбүләк районынан 31 йәшлек ҡатын идара иткән "Chevrolet Aveo" менән Өфөнән 63 йәәшлек ир идара иткән "Nissan X-Trail" машиналары бәрелешкән. Дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала, дауаханаға оҙатылған. 

Бәләбәй районында Стәрлетамаҡ районынан 36 йәшлек ир идара иткән "Peugeot 308" менән Әлшәй районынан 59 йәшлек ир идара иткән "Man" йөк машинаһы бәрелешкән. Аварияла еңел автомобилдең водителе, уның 5 һәм 8 йәшлек улдары, 54 йәшлек пассажир ҡатын яраланып, дауаханаға эләккән.

Белорет районындағы ҡурҡыныс авария тураһында кисә хәбәр иткәйнек. Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск автоюлының 210-сы саҡрымында теркәлгән аварияла, бер фараз буйынса, Өфөнән 39 йәшлек ир ғәйепле - ул "Nissan X-Trail" машинаһында "Daf" йөк машинаһын уҙырға маташҡанда ҡаршы килгән "Kia Spectra"ға маңлайға маңлай бәрелгән ("Kia" менән Силәбе өлкәһенән 49 йәшлек ир идара иткән) Артабан "Nissan X-Trail"ды ҡаршы килгән "ТагАЗ Tagеr" машинаһына алып бәргән. Ыңғай барған "Toyota Camry" машинаһы ла "Nissan" һәм "Daf" менән бәрелешкән. Аварияла "Nissan"дың водителе, уның 5 һәм 10 йәшлек улдары ауыр яраланған. Шулай уҡ "Kia"ның да водителе, "Toyota"нан 8 йәшлек ҡыҙыҡай ҙа яраланып дауаханаға оҙатылған. "Nissan" менән "Toyota"ның водителдәре таныш, улар ғаиләләре менән Абҙаҡ тау саңғыһы үҙәгенән ҡайтырға сыҡҡан булған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 8 ғинуар
Юл фажиғәләре - 8 ғинуар
Юл фажиғәләре - 8 ғинуар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: