Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2022, 15:26

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Республика менән идара итеү үҙәгенә былтыр йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙбармаҡтарҙан таҙартыуҙы һорап 74 тапҡыр мөрәжәғәт иткәндәр. Бындай һәр осраҡтың кешеләрҙең һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф менән янауға тиң икәнен иҫәпкә алып, проблемалар тиҙ арала хәл ителгән.

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Республика менән идара итеү үҙәгендә быйыл да ошоға оҡшаш мөрәжәғәттәр теркәлә һәм йорт ҡыйыҡтары ҡарҙан, боҙбармаҡтарҙан оператив рәүештә таҙартыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: йорт ҡыйыҡтарын ҡарҙан, боҙбармаҡтарҙан таҙарттырыр өсөн идара итеүсе компанияға яҙырға кәрәк, райондың рәсми сайты аша ла ғариза ҡалдырырға була. Өфөлә йәшәүселәр ufacity.info/sneg интерактив картаһы аша ғариза яҙа ала.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

  

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: