Башланғыс синыф уҡыусылары менән төрлө хәүефле хәл-ваҡиғаларҙы уйнап ҡарап, хәүефһеҙ юлды һайларға өйрәтеү отошло (мәҫәлән, "туп юлға тәгәрәп төшһә, ҡалайтырға?", "урамда ят кеше өйөнә саҡырһа, ни эшләргә?" һ.б. темаларға һөйләшеп, ролдәргә бүлешеп уйнап ҡарарға).
Үҫмерҙәргә тормоштан төрлө миҫалдар килтерергә, ул ихтирам иткән кешеләргә мөрәжәғәт итергә, тейешле әсбаптар уҡырға бирергә.
Балаларҙы хәүефһеҙлеккә өйрәтеү еңел түгел, ләкин быны бәләкәй саҡтарынан уҡ башларға кәрәк. Хәүефһеҙлек мәҙәниәте кескәй саҡтан формалаша. Һәм өгөт-нәсихәттән бигерәк ата-әсәнең үҙ-үҙен тотошо, ҡылыҡтары, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлауы балаларға көслөрәк, ҙурыраҡ йоғонто яһай.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.