+3 °С
Ясна
Кисә Саҡмағош районының Киндеркүл ауылындағы хужалыҡтарҙың береһендә мунса янып киткән. Янғын һүндереүселәр фажиғә урынына килеп етеүгә 6-ға 3 ҙурлыҡтағы ағас бинаның ҡыйығы һәм стеналары ут менән ялмап алынған була.
Янғынды тиҙ арала һүндерәләр, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклектәр араһында 1972 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Уның нисек һәм ни сәбәптән һәләк булыуын МЧС тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм асыҡлаясаҡ.