Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2022, 22:01

Баймаҡтар - еңеүсе!

Хәйбулла районында төрлө спорт ярыштары даими үтеп тора. Улар исемлегенә быйыл тағы бер ярыш өҫтәлде: район хакимиәте башлығы кубогына ир-егеттәр командалары араһында хоккей буйынса турнир ойошторолдо. 

Баймаҡтар - еңеүсе!
Баймаҡтар - еңеүсе!

Дүрт команда араһында Баймаҡ районы хоккейсылары иң көслөһө булып сыҡты. Күгәрсен районы командаһы икенсе урын алды. Хәйбуллалар иһә өсөнсө урынға лайыҡ булды. 

Турнирҙа "иң шәп һаҡсы" булып Фәрит Шәрипов (Баймаҡ районы) танылды, "иң шәп ҡапҡасы" титулы Илназ Мөхәмәтовта (Күгәрсен районы), ә "иң шәп уйынсы" - Егор Червяков (Хәйбулла районы).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: