Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2022, 14:22

Бөгөн - йәшенмәк уйнау көнө

Йәшенмәк - бала саҡтың иң күңелле уйындарының береһе. Ҡасан теләйһең, ҡайҙа теләйһең, шунда уйнайһың. Ҡыш ни, йәй ни, буран ни, ямғыр ни - береһе лә ҡамасау түгел. Һәр хәлдә беҙ бәләкәй саҡта шулай ине, буғай. Әйткәндәй, был көндөң тулы атамаһы - ҡыш көнө йәшенмәк уйнау. Славяндар уны байрам кеүек билдәләгән.

Бөгөн - йәшенмәк уйнау көнө
Бөгөн - йәшенмәк уйнау көнө

Ҡышҡы һалҡын, тип тормағандар, сыҡҡан да байрам иткәндәр. Йәшенмәк уйнай-уйнай. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡоймаҡ ҡойған, ир-ат тау эшләгән, балалар уға һыу һипкән. Славяндар өсөн был иҫтәлекле көн яҙҙы бер аҙға булһа ла яҡынайтыу символы кеүек булған. 9 ғинуарҙа уҡ яҙҙы көтөү, ай-һай...

Ә һеҙ йәшенмәк уйнанығыҙмы? Әле балалар яратып уйнаймы икән?

Фото: Н. Конюхова рәсеме.

Бөгөн - йәшенмәк уйнау көнө
Бөгөн - йәшенмәк уйнау көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: