Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ғинуар 2022, 15:43

Автобус маршруты асылған

Мәсетле районындағы Оло Аҡа ауылы менән район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ араһында ни бары 17 километр. Ләкин район үҙәгенә барып ҡайтыу күптәр өсөн ҙур проблемаға әйләнгән. Сөнки рентабелһеҙ булғанға маршрут автобусы йөрөмәй башлаған. Ошо проблеманы Оло Аҡа ауылында йәшәгән Алһыу Хәмиҙуллина социаль селтәрҙә күтәреп сыҡҡан. 

Автобус маршруты асылған
Автобус маршруты асылған

Республика менән идара итеү үҙәге Мәсетле районы хакимиәте менән бәйләнешкә инеп, мәсьәлә хәл ителгән. Муниципалитет ошо маршрут буйынса конкурс иғлан итеп, 2021 йылдың 9 декабрендә пассажир ташыусы менән килешеү төҙөлгән. 

Маршрут тергеҙелгән!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: