Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 13:06

Һыуығай сыҙамлыҡҡа һынай

Бөгөн төндә Өфө урамдарынан өс мең тонна ҡар сығарылған.

Һыуығай сыҙамлыҡҡа һынай
Һыуығай сыҙамлыҡҡа һынай
Баш ҡалала көн йылы торһа ла, йә ҡар ҡатыш ямғыр яуып үтә, йә буран сыға. Ҡыҫҡаһы, һыуығай сыҙамлыҡҡа һынай. Бөгөн ҡаланы ҡарҙан таҙартыуға йәмғеһе етмештән ашыу эшсе һәм 186 берәмек техника йәлеп ителгән. Күләмле эш ҡаланың үҙәгендә генә түгел, төпкөл райондарында ла әүҙем ойошторолдо. Бер төн эсендә йәмғеһе өс мең тонна ҡар сығарылған. Шулай уҡ иртә таңдан эшселәр ҡул менән күп ҡатлы йорт ихаталарын, йәйәүлеләр үткәүелдәрен, контейнер майҙансыҡтарын, тротуарҙарҙы, ҡыйыҡтарҙы һәм туҡталыштарҙы таҙалап сыҡты. 

— Иң тәүҙә техникалар «ҡыҙыл линия»ны таҙартып, боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар һибеп сыға. Артабан техника бәләкәй урамдарҙан һәм йорт араларынан үтә. Бәләкәй габаритлы машиналар һәм «МТЗ» тракторҙар щетка менән тротуарҙарҙы, юл киҫелештәрен һәм туҡталыштарҙы һеперә, — тип аңлата коммуналь хеҙмәт вәкилдәре.

Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында «Ҡарлы Өфө» интерактив картаһы бар. Халыҡ ошонда үҙенең дәғүәләрен һәм һорауҙарын ебәрә ала.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: