Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2022, 12:23

Ялдары аяныслы тамамланған

Иглин районында мунса комплексында 11 кеше хлор менән ағыуланған.  

Ялдары аяныслы тамамланған
Ялдары аяныслы тамамланған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына Иглин районының Ясная поляна ауылында 11 кешенең хлор менән ағыуланыуы тураһында хәбәр килгән. Зыян күреүселәрҙең барыһы ла урындағы мунса комплексында ял иткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бассейнға саманан тыш артыҡ хлор өҫтәлгән булған.

Зыян күреүселәрҙең барыһы ла баш ҡаланың 21-се дауаханаһына оҙатылған. Әлеге ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм БР Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәтенең химик-радиометрик лабораторияһы тикшереү үткәрә. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: